Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Дүртөйлө районында яңы социаль торлаҡ төҙөләсәк

Иҡтисад

Дүртөйлө районы хакимиәтендә Башҡортостанда социаль торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереү буйынса кәңәшмә үтте. Унда республика ведомстволары етәкселәре, республика райондарынан вәкилдәр ҡатнашты.

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, һуңғы йылдарҙа төбәктә арзан торлаҡ төҙөү күләме халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек кимәлгә етмәй. Башҡортостан Хөкүмәте ҡуйған бурыстар иҫәбендә — социаль торлаҡ төҙөлөшөн арттырыу, төҙөлөш сифаты һәм тиҙлеге. Ҡатнашыусылар фекеренсә, былтыр ойоштороу һәм әҙерлек эштәре башҡарылған. Быйыл иһә һәр муниципалитетта мохтаждар өсөн торлаҡ йорттар төҙөлөргә тейеш. Тәү сиратта был ветерандар, күп балалы ғаиләләр, етемдәр һәм йәштәргә ҡағыла. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан аҡса бүленә.

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлөлә 612 ғаилә торлаҡ биналары һатып алыуҙа ярҙам итеүгә мохтаждар булараҡ иҫәптә тора. Был 1800-ҙән ашыу кеше. Социаль йүнәлештәге һуңғы йорт 20 йыл элек тиерлек — 1995 йылда төҙөлгән.

Бөгөн ҡалала торлаҡ шартарын яҡшыртыуға мохтаж һәм дәүләт ярҙамына хоҡуғы булған граждандар өсөн өс ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлә. Төҙөүсеһе — «БР Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы. Заказсы ролендә — БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды, подрядсыһы булып «Стройгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Объектты быйыл көҙ үк төҙөп бөтөүҙәре ихтимал.

Ошоноң менән ҡалала социаль торлаҡ төҙөлөшө туҡтап ҡалмаясаҡ. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар өсөн тағы яңы биш ҡатлы йорт төҙөү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть