Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө полицияһы 50 млн һумға алданған өлөшсөләр эшен тикшерә

Йәмғиәт

Өфөнөң тағы 40 гражданы алданған өлөшсөләр исемлеген тулыландырҙы. Пугачев урамындағы һәм Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһындағы йорттар төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусылар фатирһыҙ ҡалды. Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса Идаралығының Тәфтиш бүлеге айырыуса ҙур күләмдәге мутлашыу тураһында енәйәт эше асҡан. Яҡынса зыян 50 миллионға яҡын сумманы тәшкил итә.

Йорт төҙөүселәр булып «Спектр» һәм «Стандарт» компаниялары сығыш яһаған. 2009 йылда төҙөлөштә ҡатнашырға теләгәндәрҙең күбеһе үҙ квадрат метрҙарына тулыһынса аҡса түләгән. Әммә өс йылдан һуң төҙөлөш фундамент кимәлендә туҡтап ҡалған, ә объекттарҙың береһе төҙөлә башламаған да. Тикшереүҙең беренсе этабында асыҡланыуынса, коммерсанттарҙың төҙөлөшкә рөхсәте лә булмаған. Бер нисә экспертиза билдәләнгән, зыян күреүселәргә матди зыянды ҡаплау мөмкинлеге тикшерелә, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть