Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау системаһы тикшереләсәк

Иҡтисад

Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы һәм республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгестәре төбәктә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау системаһын камиллаштырыу буйынса сараларҙы тикшерәсәк. Ултырыш 14 мартта үтәсәк.

Әлеге мәсьәлә буйынса фекер алышыуға дәүләт власы органдары, муниципаль берәмектәр, йәмәғәт ойошмалары, сауҙа өлкәһендәге предприятие вәкилдәре саҡырыла.

Ултырыш сиктәрендә Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы менән республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Ултырыш Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында үтәсәк. Башлана – 11.00 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть