4 декабрь, Йәкшәмбе

13 март 2012 йыл, 16:39

«Башҡортостан продукты» эмблемаһын эшләүгә конкурс старт алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы «Башҡортостан продукты» билдәһенең эмблемаһын эшләүгә конкурс иғлан итә. Ул «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал» акцияһының дауамы булараҡ, уның сиктәрендә үтәсәк, тип хәбәр иттеләр Дәүләт комитетында. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, акция республикала етештерелгән тауарҙарҙы рекламалауға, популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурста ҡатнашыр өсөн ҡатнашыу тураһында ғариза, jpg форматындағы «Башҡортостан продукты» эмблемаһының үҙен, шулай уҡ тәҡдим ителгән һүрәттең тасуирланышын тапшырырға кәрәк.

Ғаризалар һәм конкурс эштәре 2012 йылдың 6 апреленә тиклм ҡабул ителә. Конкурс комиссияһы аҙна дауамында еңеүсене билдәләйәсәк һәм иғлан итәсәк. Уға 10 мең һумға бүләк сертификаты тапшырыласаҡ.  

Еңеүсе тип табылған «Башҡортостан продукты» билдәһенең эмблемаһы артабан, алкоголь продукцияһынан, шул иҫәптән һыранан тыш, республика етештереүселәренең тауарҙарына келәймә һуғыу өсөн файҙаланыласаҡ. «Башҡортостан продукты» эмблемаһы аҙыҡ-түлектең республикала урындағы тәбиғи аҙыҡ-түлек сеймалынан эшләнеүен раҫлаясаҡ.

Конкурс эштәре 450097, Өфө, Бессонов урамы, 28 адресы буйынса Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы дирекцияһында, шулай уҡ info-bta@bk.ru почтаһы аша ҡабул ителә, бәйләнеш өсөн телефон 8(347)252-88-88.