Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә полиция өс уйын йортон япты

Йәмғиәт

Өфөлә Гагарин урамындағы, Йәштәр бульварындағы һәм «Нур» театры» йәмәғәт транспорты туҡталышындағы өс уйын йорто ябылды.

— Полиция хеҙмәткәрҙәре, үрҙә күрһәтелгән уйын йорттары бер селтәргә ҡарай, тип иҫәпләй. Элек уларҙы айырым-айырым тикшереп, ҡорамалдарына арест һалғандар. Был юлы иһә Иҡтисади хәүефһеҙлек идаралығы хеҙмәткәрҙәре бөтә уйын йорттарын да бер юлы япты, — тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ҡомарлы уйын йорттарын ябыу барышында 110 уйын ҡорамалы тартып алынған. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан табылған материалдар экспертизаға оҙатылған, уның һөҙөмтәләре ойоштороусыларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырырға мөмкинлек бирәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, бының өсөн бер миллион ярымдан да кәм булмаған табыш алыныуын иҫбатларға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть