7 декабрь, Шаршамбы

13 март 2012 йыл, 15:59

Урындағы үҙидараны популярлаштырыуға арналған журналистар конкурсы иғлан ителде

автор: Марина Шумилова

Рәсәй муниципаль академияһы, Мәскәүҙәге Яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы һәм «Мы Россияне» журналы үҙ районы, ҡалаһы, ҡасабаһы йәки тормошҡа ашырылған проект тураһындағы иң яҡшы мәҡәләгә конкурс иғлан итә.

Урындағы үҙидараны, уңышлы социаль проекттарҙы популярлаштырыуға, ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә һәм йолалар, традицияларға, урындағы йәшәү рәүешен хөрмәтләүгә йүнәлтелгән конкурс «Ҡала округы», «Муниципаль район», «Ҡала биләмәһе», «Ауыл биләмәһе», «Ҡала эсендәге муниципаль берәмек» кеүек номинациялар буйынса үткәрелә.

Конкурсҡа район, ҡала, ҡасаба йәки бығаса тормошҡа ашырылған проект тураһындағы мәҡәләләр, шулай уҡ ғорурланырлыҡ кешеләр тураһындағы яҙмалар ҡабул ителә. Мәҡәләләрҙең урындағы үҙидараның тарихын һәм уның үҫешен, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү һәм нығытыу мәсьәләләрен сағылдырыуы мөмкин. Конкурстың төп шарты – мәҡәләләрҙең үҙенсәлекле булыуы (улар бығаса баҫтырылмаған булырға тейеш).

Иң яҡшы эштәр «Мы Россияне» журналында донъя күрәсәк. Еңеүселәр наградалар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк.

Конкурсҡа эштәр 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем m.rossiyane@yandex.ru электрон почтаһына ҡабул ителә. Ойоштороу комитеты менән бәйләнеш өсөн телефон — (495) 362-24-29.