6 декабрь, Шишәмбе

13 март 2012 йыл, 15:57

Салауат Сәғитов республикала спорт һәм физкультураға күберәк иғтибар бүлергә саҡырҙы

автор: Дмитрий Слезин

Өфөлә 13 мартта Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, төбәктең йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Федераль спорт резервын әҙерләү үҙәге директоры Дмитрий Киселев, район хакимиәте башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары ҡатнашты.

— Беҙ физкультура һәм спортты үҫтерергә, йәштәр менән эшләргә кәрәк, тип йыш һөйләйбеҙ, әммә үҙебеҙ быға тейешле иғтибар бүлмәйбеҙ, — тине ултырышта Салауат Сәғитов. — Әгәр ҙә физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән кешеләр һанына күҙ һалһаҡ, беҙҙә ул яҡынса 22 процент тәшкил итә. Әммә 2 процент күрһәткән төбәктәр ҙә бар, мәҫәлән, Дүртөйлө районы. Өфө районында был һан – 12, Иглин районында 20 процент тәшкил итә.

Салауат Сәғитов башҡа һандар менән дә таныштырҙы. Мәҫәлән, бер кешегә иҫәптә бюджет средстволарын спорт менән шөғөлләнеүгә йүнәлтеү күрһәткесе. Бында беҙ уртаса Рәсәй күрһәткесенән ике тапҡырға артта ҡалабыҙ.

Салауат Тәлғәт улы халыҡ-ара чемпионаттарҙа ҡатнашыу өсөн башҡорт спортсыларын әҙерләүселәргә мөрәжәғәт итте:

— 2010 йылда Ванкуверҙа үткән Олимпиадала Максим Чудовтың «бронза»һынан тыш, беҙҙә башҡа төрлө етди ҡаҙаныштар юҡ. Алда беҙҙе Лондонда һәм Сочиҙа үтәсәк Олимпия уйындары көтә. Һәм һәр ваҡыттағыса беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының ҡаҙаныштарға тос өлөш индергән өс төбәге иҫәбендә булды. Минеңсә, һуңғы ваҡытта беҙ паралимпиясыларға күберәк иғтибар бүләбеҙ. Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов һәм башҡаларҙың етди наградалар яулауы – бик яҡшы, әлбиттә, әммә Олимпия уйындарына индерелгән спорт төрҙәре хаҡында ла оноторға ярамай.