8 декабрь, Кесе йома

13 март 2012 йыл, 14:53

Өфөлә «АгроКомплекс–2012» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн Өфөлә «АгроКомплекс-2012» 22-се халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды. Әлеге ваҡытта ул республикалағы берҙән-бер агросәнәғәт күргәҙмәһе һәм бер үк ваҡытта төбәк проекттары араһында иң ҙур ауыл хужалығы форумы иҫәпләнә.

«АгроКомплекс»ты асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Республика башлығы әйтеүенсә, бындай күләмдәге агросәнәғәт комплексы ҡаҙаныштары күргәҙмәһен үткәреү – Башҡортостан өсөн үтә мөһим ваҡиға.

— Барығыҙҙы ла республикала «АгроКомплекс–2012» махсуслаштырылған күргәҙмәһе эшләй башлауы уңайынан ҡотлайым. Беҙҙең күргәҙмәлә Нидерландтың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Рональд Келлер етәкселегендәге Нидерланд Короллегенең ҙур делегацияһын сәләмләйем. «АгроКомплекс»тың халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеүе ҡыуандыра, — тине Рөстәм Хәмитов.

— Башҡортостанда эре ауыл хужалығы етештереүселәре эшләй, — тип дауам итте Президент. — Беҙ республиканың ауыл хужалығы ҡеүәттәрен арттыра барасаҡбыҙ һәм аграрийҙарға уларҙың эшендә бөтә яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ. Пландарыбыҙ ҙур. Уларҙың үтәлешенә ҙур ресурстар һалғанбыҙ. Йыл һайын республикала ауыл хужалығы продукцияһы һиҙелерлек арта барһын, тигән теләктәбеҙ. Беҙ былай ҙа бөгөн Рәсәйҙә ауыл хужалығы производствоһында алдынғыларҙың береһе булып торабыҙ. Беҙҙең маҡсат – ауыл хужалығы буйынса илдә бер һүҙһеҙ лидерлыҡҡа өлгәшеү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, «АгроКомплекс–2012» күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 20 төбәгенән, шулай уҡ сит илдәрҙән 190-ға яҡын предприятие ҡатнаша. «АгроКомплекс»тың ойоштороусылары булып Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы менән РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында БР Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы сығыш яһай.