10 декабрь, Шәмбе

13 март 2012 йыл, 14:21

Инвалидтарға һәм оло кешеләргә бушлай юридик ярҙам күрһәтеләсәк

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республика парламентының алдағы пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында халыҡты социаль хеҙмәтләндереү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы республика закон проектын тикшерәсәк. Төҙәтмәләр федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле тәҡдим ителә.

Закон проекты социаль хеҙмәтләндереү стационар учреждениеларында йәшәүсе граждандарҙың хоҡуҡтарын асыҡлай. «Рәсәй Федерацияһында бушлай юридик ярҙам тураһында»ғы Федераль законға ярашлы, уларға бушлай юридик ярҙам күрһәтеләсәк.

Тәҡдим ителгән үҙгәрештәр шулай уҡ граждандарҙың социаль хеҙмәтләндереүгә хоҡуҡтарын, уға риза булыуын һәм унан баш тартыуын көйләүсе нормаларға ла ҡағыла. Закондың яңы редакцияһына социаль-көнкүреш, социаль-медицина хеҙмәттәрен һәм башҡа ярҙамды өйҙә күрһәтеүҙе көйләгән положение индерергә тәҡдим ителә.