3 декабрь, Шәмбе

13 март 2012 йыл, 13:50

Стәрлетамаҡта «Әсә көнө» социаль акцияһы ойоштороласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

«Стәрлетамаҡ әсәләре» интернет-берләшмәһе һәм журналистарҙың инициативалы төркөмө менән тәҡдим ителгән «Әсә көнө» социаль акцияһы 18 мартта үтәсәк.

Сара Башҡортостанда иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына ҡарата үткәрелә.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, акция бер, ике һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, матди, шулай уҡ әхлаҡи ярҙамға мохтаж булған яңғыҙ әсәләргә ярҙам итеү маҡсатында ойошторола.

Акция сиктәрендә ҡатындар балалар кейемдәрен һатыу, һатып алыу, балалар йортона кейемдәр тапшырыу, ауырыу бала тәрбиәләүсе әсәләргә ярҙам күрһәтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, шулай уҡ юристарҙан һәм психологтарҙан консультация ала аласаҡ.

Бынан тыш, әсәләр Стәрлетамаҡтың мәғариф, социаль тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау бүлектәре вәкилдәренә һорауҙарын бирә аласаҡ.

Ҡала мәҙәниәт һарайында 12-15 сәғәттәрҙә үтәсәк байрамға Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалаларынан әсәләр саҡырыла. Акция Стәрлетамаҡ хакимиәте ярҙамында үткәрелә.