4 декабрь, Йәкшәмбе

13 март 2012 йыл, 13:01

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Фәниә Ғәбиҙуллинаның ижад кисәһе үтәсәк

автор: Розалия Вәлиева

Билдәле журналист һәм шағирә Фәниә Ғәбиҙуллинаның ижад кисәһе Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлегендә 13 мартта үтәсәк.

Ф.Ғәбиҙуллинаға 55 йәш тула. Юбилярҙы ҡотларға республиканың күренекле яҙыусылары һәм журналистары киләсәк, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназия уҡыусылары концерт номерҙары күрһәтәсәк.

Фәниә Рауил ҡыҙы Ғәбиҙуллина  Дүртөйлө районында тыуған. Ҡазан дәүләт университетын тамамлай. Башҡортостанға ҡайтҡас, «Кызыл Таң» гәзитендә эшләй башлай.

Фәниә Ғәбиҙуллина – РБ һәм РФ Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, бер нисә шиғри һәм публицистик йыйынтыҡ авторы. Йыш ҡына тарихсы-тикшеренеүсе булараҡ та сығыш яһай. Шағирәнең күп кенә әҫәрҙәренә башҡорт һәм татар композиторҙары йыр яҙған.

Кисә 16 сәғәттә башлана.