3 декабрь, Шәмбе

13 март 2012 йыл, 12:38

«Төҙөлөш. Коммуналь хужалыҡ. Энергия һаҡлау – 2012» күргәҙмәһендә вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Өс көн дауамында, иртәгә Өфөлә асыласаҡ XVI «Төҙөлөш. Коммуналь хужалыҡ. Энергия һаҡлау – 2012» махсуслашҡан күргәҙмәһе сиктәрендә, иҡтисадтың ошо тармаҡтары өсөн вакансиялар йәрминкәләре эшләйәсәк.

Йәрминкәләрҙе Республика йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге менән Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ойоштора. Көн һайын баш ҡаланың 10-лаған предприятиеһы һәм ойошмаһы үҙенең вакансияларын тәҡдим итәсәк, тип планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәгендә.

Бынан тыш, «Төҙөлөш. Коммуналь хужалыҡ. Энергия һаҡлау – 2012» күргәҙмәһенә килгән һәр кеше йәштәр хеҙмәт биржаһының, шулай уҡ Өфөләге мәшғүллек хеҙмәтенең электрон вакант урындар банкы менән файҙалана аласаҡ. Эш урындарын компьютер ярҙамында иртәнге 10-дан киске 5-кә тиклем эҙләргә мөмкин буласаҡ.

«Төҙөлөш. Коммуналь хужалыҡ. Энергия һаҡлау – 2012» күргәҙмәһе 14-нән 16 мартҡа тиклем Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәгенән, шулай уҡ сит илдәрҙән 100-ҙән ашыу предприятие ҡатнашасаҡ.

Күргәҙмәнең төп маҡсаты – яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыу. Ул төҙөлөш тармағын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәк, тип күҙаллана.