11 декабрь, Йәкшәмбе

13 март 2012 йыл, 12:21

Йылайыр районында яҡты донъянан китергә йыйынған ҡыҙ ҡотҡарылған

автор: Ольга Мортазина

Йылайыр районында 15 йәшлек ҡыҙ, дарыу эсеп, яҡты донъя менән хушлашырға йыйынған. Мәктәп уҡыусыһын дауаханаға ваҡытында килтереп өлгөрәләр, табиптар уға медицина ярҙамы күрһәтә һәм өйөнә ҡайтарып ебәрә. Инцидент 7 мартта була, ғәҙәттән тыш факт тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына ла хәбәр итәләр. Бәлиғ булмағандарҙың ғүмеренә хәүеф янаған хәлдәр менән Рәсәй Тәфтиш комитеты шөғөлләнгәнгә күрә, ведомствола инцидент сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре башланған, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: суицид