9 декабрь, Йома

13 март 2012 йыл, 11:41

Белоретта балалар өсөн Ирәмәлгә арналған эко-конференция үткәреләсәк

автор: Галина Бахшиева

Март аҙағында, «Парктар маршы» халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау акцияһы сиктәрендә, Белоретта балалар өсөн яңырыҡ булдырылған «Ирәмәл» тәбиғәт паркына арналған фәнни-ғәмәли конференция үткәреләсәк. Сараны Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Ирәмәл» тәбиғәт паркы һәм Белорет балалар экология-биология үҙәге ойоштора.

— Беҙҙең маҡсат – халыҡ иғтибарын тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтеү, яңыраҡ асылған «Ирәмәл» тәбиғәт паркы, уның эшмәкәрлеге хаҡында һөйләү. Иң мөһиме, конференцияла балалар үҙҙәренең эко-проекттары менән таныштырасаҡ, «Ирәмәл» паркын артабан үҫтереү юлдарын тәҡдим итәсәк, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «Ирәмәл» тәбиғәт паркы директорының фән буйынса урынбаҫары Илсаф Ғәбдиев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ирәмәл» тәбиғәт паркы Башҡортостанда бер йыл эле булдырылды. Ул Белорет һәм Учалы райондарында урынлашҡан, дөйөм майҙаны – яҡынса 50 мең гектар.