10 декабрь, Шәмбе

13 март 2012 йыл, 10:58

Өфөлә мохтаждар өсөн ялан кухнялары ойоштороласаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Байтул мал» фонды Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты менән берлектә Өфөлә ялан кухнялары асырға ниәтләй, тип хәбәр итте фонд директоры Артур Нәсибуллов.

Өфөнөң төрлө райондарында урынлашасаҡ ялан кухняларында мохтаждар бушлай йылы аш менән тәьмин ителәсәк.

Шулай уҡ «мәрхәмәтлек карталары» әҙерләнгән, улар ҙа яҡын арала ҡулланылышҡа индереләсәк. Был карта буйынса эшһеҙҙәр, аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙең ағзалары, студенттар аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, медикаменттар ала аласаҡ.

— Мохтажлыҡ кисергәндәрҙе һәм аҙ тәьмин ителгәндәрҙе ашатырға кәрәк, — тип билдәләй Артур Нәсибуллов. – Дөгө һатып алып, былау бешерәсәкбеҙ, икмәк заводы менән килешеү төҙөргә йыйынабыҙ. Әле аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, медикаменттар биреү өсөн «мәрхәмәтлек карталары» ҡабул итеү тураһында сауҙа нөктәләре менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Әгәр аҡсаһы юҡ икән, кешенең, барып, кәм тигәндә бер буханка икмәк алырлыҡ урын булырға тейеш ҡалала.

темалар: хәйриә