4 декабрь, Йәкшәмбе

13 март 2012 йыл, 10:44

Йыл башынан алып һунарсылыҡ өлкәһен тикшереү буйынса 900-ҙән ашыу рейд үткәрелгән

автор: Галина Бахшиева

Йыл башынан алып БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Йәнлектәр донъяһы һәм уларҙың йәшәү мөхите объекттарын һаҡлау, конролдә тотоу һәм файҙаланыуҙы көйләү буйынса идаралыҡ инспекторҙары 900-ҙән ашыу рейд ойошторған. Рейдтарҙың төп маҡсаты  – кешеләр тарафынан һунарсылыҡ өлкәһендәге ҡануниәт талаптарын үтәүгә ирешеү. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә республикала һунарсылыҡ өлкәһен күҙәтеүгә бәйле 100-ҙән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы, шул иҫәптән Эске эштәр министрлығында теркәлмәгән ҡоралдарҙы законһыҙ рәүештә һаҡлауҙары асыҡланған. Әлеге ваҡытта браконьерҙарҙан ошондай туғыҙ берәмек ҡорал тартып алынған.

Һунарсылыҡ өлкәһенә ҡағылышлы хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күбеһе, йәғни инспекторҙар менән тултырылған 80-дән ашыу протокол мировой судьяларға тикшереүгә ебәрелгән. 27 материал — хоҡуҡ һаҡлау органдарына, тағы һигеҙ протокол һунарсылыҡ өлкәһен күҙәтеү бүлегенә тапшырылған, тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Хоҡуҡ боҙоусыларға һалынған штраф суммаһы был арала 60 мең һумға еткән. 59 меңе түләтелгән. Бынан тыш, 111 меңдән ашыу суммаға дәғүә белдерелгән. 160 мең һумдан ашыу аҡса түләтелгән.