9 декабрь, Йома

13 март 2012 йыл, 10:33

Республикала ветеринария мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфөлә ветеринария мәсьәләләренә арналған Рәсәй кимәлендәге фәни-ғәмәли конференция эшен башлаясаҡ. Ул бөгөн Башҡортостанда асыласаҡ 22-се «АгроКомплекс-2012» халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә планлаштырыла.

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында ветеринария хеҙмәттәре белгестәре «Ауыл хужалығы производствоһында ветеринария медицинаһының заманса ҡаҙаныштары»на баһа бирәсәк. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан 120-нән ашыу вәкил конференцияла ҡатнашырға теләк белдергән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ветеринария идаралығынан.

Ғалимдар һәм практиктар – республиканың район ветеринария станциялары һәм эре сусҡасылыҡ комплекстары баш табиптары йәнә бер көнүҙәк проблеманы тикшерергә планлаштыра. «Африка тағуны: фаразлауҙар һәм унан сығыу юлдары» — был икенсе конференция темаһы, ул шулай уҡ Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында Өфө ҡалаһы, Зорге урамы, 19 адресы буйынса үтәсәк. Конференция 14 сәғәттә башланасаҡ.