4 декабрь, Йәкшәмбе

13 март 2012 йыл, 10:05

БашДУ һәм Рәсәй студенттарының спорт союзы хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Дмитрий Слезин

Көн элгәре Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Рәсәй студенттарының спорт союзы башҡарма комитеты ултырышы үтте.

Союз етәкселеге, шул иҫәптән уның президенты Олег Матыцин, Союздың төбәк бүлексәләре етәкселәре илдә студенттар спортын үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү өсөн Өфөлә йыйылды.

Ултырышта РФ Спорт һәм туризм министрлығының Физик культура һәм спорт өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департаменты директоры Марина Томилова, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Физкультура-спорт тәрбиәһе системаһын үҫтереү департаменты директоры урынбаҫары Александр Минаев, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ҡатнашты.

2012 йылғы Бөтә Рәсәй ҡышҡы һәм йәйге универсиадаларға әҙерлек һәм уларҙы үткәреү, 2013 йылғы XXVI Бөтә донъя ҡышҡы универсиадаһына Рәсәй студенттарының йыйылма командаһын әҙерләү, Рәсәй студенттары спорт союзының төбәк бүлексәләре эшмәкәрлеге кеүек мәсьәләләр кәңәшмәлә ентекле тикшерелде. Башҡорт дәүләт университетында физкультура һәм спорт эшмәкәрлеген ойоштороу тураһында доклады менән юғары уҡыу йортоноң спорт клубы директоры Владимир Петров сығыш яһаны.

Осрашыуҙа Рәсәй студенттарының спорт союзы менән Башҡорт дәүләт университеты араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был хеҙмәттәшлек уртаҡ проекттар әҙерләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙы, студенттар спорты өлкәһендә берлектә саралар һәм акциялар ойоштороуҙы күҙ уңында тота.