5 декабрь, Дүшәмбе

13 март 2012 йыл, 9:41

Бөгөн Өфө үҙәгендә «АгроФерма» эшләйәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн, 13 мартта, Өфөлә асыласаҡ «АгроКомплекс-2012» 22-се халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе сиктәрендә һарыҡтар, кәзәләр һәм йорт ҡуяндары тәҡдим ителәсәк. Элек был күргәҙмәлә тере экспонаттар сифатында ҡош-ҡорт ҡына күргәҙмәгә сығарыла ине. «АгроФерма» аграр форумдың махсус проекты булараҡ «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы асыҡ майҙанда йәйелдереләсәк.

Унда Шаран һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан, Башҡортостандың башҡа төбәктәренән тоҡомло мал күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Хатта ҡалалар ҙа үҙҙәренең рекордсмендарын тәҡдим итмәксе. Улар Стәрлетамаҡтан һәм Пермдән килтереләсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан күргәҙмә компанияһында.

Крәҫтиән фермер хужалығы башлығы Рәмилә Сәмиғуллина күргәҙмәлә заанен тоҡомло һөтлө кәзәләрен күрһәтәсәк. Рәмилә Сәмиғуллинаның продукцияһы шифалы кәзә һөтө арҡаһында халыҡ араһыда ҙур һорау менән файҙалана. Атап әйткәндә, уның хужалығында кәзә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙҙы Башҡортостанда ғына түгел, төбәктән ситтә лә юғары баһалайҙар. Шаран районынан күргәҙмәгә, малдарҙан тыш, кәзә ҡымыҙы ла килтереләсәк.

Ҡырмыҫҡалы районынан тоҡомсолоҡ заводы «Совет мериносы» тоҡомло һарыҡтарын тәҡдим итәсәк, хужалыҡта 1000 баш самаһы һарыҡ иҫәпләнә. «АгроКомплекс» күргәҙмәһендә халыҡтан ауыл хужалығы малдары һатып алыуға заявкалар ҙа ҡабул ителәсәк.

Стәрлетамаҡтан «Родонит» ҡошсолоҡ баҙарының күргәҙмәлә ҡатнашыуы күптән йолаға әйләнгән. Быйыл хужалыҡ БИГ6 аҡ тоҡомло күркәләрен тәҡдим итәсәк. Күркәләр үрсетеү өсөн йомортҡалар Канаданан ҡайтарыла. Предприятие етәкселеге әйтеүенсә, ҡошсолоҡ хужалығындағы был яңы йүнәлеш. БИГ6 тоҡомло күркәләр эре булыуҙары менән айырыла. Күргәҙмәгә килгәндәргә каталогтар тәҡдим ителәсәк, уның буйынса фермала йәки шәхси хужалыҡ шарттарында үрсетеү өсөн йорт ҡоштарын һайлап, заказ ҡалдырырға мөмкин буласаҡ.

БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре фекеренсә, тәҡдим ителгән ауыл хужалығы малдары һәм ҡош-ҡорт фермерҙарға ла, шәхси хужалығы булғандарға ла ҡыҙыҡлы буласаҡ. Күргәҙмәлә малдарҙы ҡарауҙан тыш, уларҙы һатып алыу тураһында һөйләшеп килешергә, аҫрау һәм үрсетеү мәсьәләләре буйынса консультация алырға мөмкин буласаҡ.