5 декабрь, Дүшәмбе

13 март 2012 йыл, 9:28

Рөстәм Хәмитов РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышына әҙерлек буйынса видеоконференция үткәрҙе

автор: «Башинформ»

12 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов видеоконференция режимында РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың яңыртыу шарттарында Волга буйы федераль округы төбәктәренең агросәнәғәт комплексын үҫтереү мәсьәләһенә арналған ултырышына әҙерлек буйынса эш төркөмө кәңәшмәһен үткәрҙе.

Видеоконференция барышында Рөстәм Хәмитов Совет ултырышына йомғаҡлау материалдары проекттарын тәҡдим итте. Башҡортостан Президенты 13 мартҡа тиклем кәрәкле мәғлүмәттәр өҫтәп, документтарҙы әҙерләп бөтөргә тәҡдим итте.

«Яңыртыу шарттарында Волга буйы федераль округы төбәктәренең агросәнәғәт комплексын үҫтереү тураһында» темаһына Совет ултырышы 28 мартта Түбәнге Новгородта үтәсәк. Ултырышта эксперттар, тармаҡтың хужалыҡ итеүсе субъекттары, фермер хужалыҡтары етәкселәре, власть органдары вәкилдәре ҡатнашасаҡ, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Тулыраҡ мәғлүмәт www.presidentrb.ru сайтында.