9 декабрь, Йома

12 март 2012 йыл, 17:23

Өфөнөң балалар йортонда боронғо әйберҙәр музейы асыласаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөнөң 9-сы балалар йортонда боронғо әйберҙәр музейы асыласаҡ, тип хәбәр итте бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Байтул Мал» фонды директоры Артур Насибуллов.

Музейҙы «Байтул Мал» фонды һәм балалар йорто етәкселеге ойошторасаҡ.

— Хәҙер балалар һанлы форматҡа өйрәнгән, — тип билдәләне фонд директоры. – Улар өсөн катушкалы магнитофон – ят күренеш. Дискылы телефон да онотола бара. Боронғо әйберҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғоһон уятыу, балаларҙы берләштереү маҡсатында бындай экспонаттарҙы йыйып, балалар йортоноң бер бүлмәһендә тәҡдим итергә булдыҡ.

Артур Насибуллов һүҙҙәренсә, музейҙа тәҡдим ителгән әйберҙәр ниндәй ҙә булһа тарихи әһәмиәткә эйә түгел, әммә улар балаларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм үткәндәргә ҡарата ихтирам тойғоларын тәрбиәләй.