10 декабрь, Шәмбе

12 март 2012 йыл, 16:59

Рөстәм Хәмитов FORTUNE журналына интервью бирҙе

автор: «Башинформ»

12 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөтә донъяға билдәле FORTUNE баҫмаһының журналистары Тудор Стаматиан һәм Елена Кобринская менән осрашты.

Әңгәмә барышында Башҡортостан иҡтисадына сит ил инвестицияларын йәлеп итеү мәсьәләләре, республикала тормошҡа ашырылған перспективалы инвестицион проекттар, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ-ара абруйын формалаштырыу һәм көслө иҡтисади бренд булдырыу мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Рәсәйҙең Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда тәүге ике ай өсөн сәнәғәт производствоһы күләме 2011 йылдың ноябрь-декабрь айҙары өсөн сәнәғәт производствоһы күләменән күпкә артығыраҡ. Беҙ бындай һөҙөмтәләргә ирешеүсе илдәге берҙән-бер төбәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Тудор Стаматиан артабан да шулай дауам итәсәгенә ышанысын белдерҙе.

— Рәсәй – ул Мәскәү генә түгел. Рәсәй төбәктәренең мөмкинлектәренә ышанабыҙ. Һеҙҙең илдә иҡтисадҡа тос өлөш индергән бик уңышлы сит ил инвестициялары өлгөләре бар. Һәм бөгөн беҙ киләһе мөһим мәсьәлә хаҡында фекер алышырға теләр инек: һеҙҙеңсә, сит ил инвесторҙары Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә ниндәй йоғонто яһай алыр ине. Сит ил инвесторҙары өсөн республиканың ни тиклем асыҡ булыуын күрергә теләр инек, — тине журналист.

Белешмә өсөн. FORTUNE журналы донъяла иң абруйлы баҫмаларҙан һанала. Уны биш миллиондан ашыу кеше уҡый. Баҫманың тиражы – 850 меңдән ашыу дана. Журнал айына ике тапҡыр инглиз телендә сыға һәм Америка Ҡушма Штаттарында, Европала, Азияла таратыла.

Бөгөнгө көндә баҫма Рәсәй Федерацияһы төбәктәре иҡтисады буйынса инвестицион белешмә әҙерләй. Был проект һуңғы 10 йыл эсендә Рәсәй иҡтисадындағы үҙгәрештәрҙе күрһәтеү, иң уңышлы компаниялар менән таныштырыу маҡсатында ойошторола.