Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

15 мартта Роспотребнадзор асыҡ ишектәр көнө үткәрә

Иҡтисад

Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығы белгестәре Башҡортостанда асыҡ ишектәр көнө үткәрә. Ведомство хеҙмәткәрҙәренең халыҡ менән осрашыуы бөтә донъяла Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө билдәләнгәндә, 15 мартта, үтәсәк, һәм ул Рәсәйҙә «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында»ғы закон ҡабул ителеүенә 20 тулыуға арналасаҡ, тип хәбәр итә Идаралыҡ сайты.

Көн дауамында белгестәр сауҙа, көнкүреш хеҙмәттәре, туризм, финанс һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, элемтә, пассажирҙар һәм йөк ташыу хеҙмәттәре өлкәһендә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы закондар үтәлешенә бәйле һорауҙарға яуап бирәсәк. Консультациялар Өфөләге Роспотребнадзор Идаралығында, шулай уҡ ведомствоның барлыҡ территориаль бүлексәләрендә үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть