11 декабрь, Йәкшәмбе

12 март 2012 йыл, 15:43

Йәмғиәт һәм власть араһында иң конструктив диалогка конкурс дауам итә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Ағымдағы йылдың 15 апреленә тиклем IV «Мәғлүмәт партнерлығы: Власть – Йәмғиәт – Киң мәғлүмәт саралары» милли конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү сроктары оҙайтылды. Профессиональ бәйге матбуғат, власть һәм йәмәғәтселектең үҙ-ара килешеп эш итеү механизмдарын нығытыу маҡсатында журналистар һәм урындағы үҙидара органдарының вазифалы кешеләре араһында үткәрелә. Сараны РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм муниципаль берәмектәрҙең дөйөм Рәсәй конгресы ярҙамында Мәғлүмәт сәйәсәтен үҫтереү фонды ойоштора, тип хәбәр иттеләр БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан.

Конкурста ҡатнашыуға бөтә төр киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән муниципалитет башлыҡтары һәм депутаттар саҡырыла. Журналистар һәм чиновниктар араһында еңеүселәр айырым билдәләнәсәк. Киң мәғлүмәт саралары өсөн киләһе номинациялар ҡаралған: «Кире бәйләнеш», «Социаль йүнәлештәге проекттар», «Территорияны үҫтереү», «Коррупцияға ҡаршы мәғлүмәт кампанияһын ойоштороу», «Киләсәк моделе». Муниципаль берәмектәр өсөн — «Мәғлүмәт сәйәсәте», «Үҫеш стратегияһы», «Коррупцияға ҡаршы мәғлүмәт кампанияһын ойоштороу», «Халыҡ башлығы», «Халыҡ депутаты», «Һөҙөмтәле матбуғат секретары».

Конкурс материалдары 119002, Мәскәү ҡалаһы, 13-сө абонент йәшниге адресы буйынса ҡабул ителә. Мәғлүмәт сәйәсәтен үҫтереү фонды сайтында тулыраҡ мәғлүмәт урынлаштырылған.