5 декабрь, Дүшәмбе

12 март 2012 йыл, 15:08

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең балалар йорттары араһында мини-футбол буйынса чемпионат үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

18 мартта 10 сәғәттә Өфөнөң «Динамо» стадионында Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең социаль учреждениеларында һәм балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр араһында мини-футбол буйынса «Яҙғы спорт байрамы» турниры үтәсәк. Сара Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты, шулай уҡ Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ярҙамында «Байтул Мал» фонды, Башҡортостан Республикаһының Футбол һәм мини-футбол федерацияһы менән ойошторола. Чемпионат йәштәр араһында спортты һәм сәләмәт тормошто популярлаштырыу, экстремизмға һәм милләтселеккә ҡаршы көрәшеү маҡсатында үткәрелә. Был хаҡта бөгөн «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһы барышында «Байтул Мал» фонды директоры Артур Насибуллов хәбәр итте.

Турнир Башҡортостандың социаль учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр араһында йәйге каникул ваҡытында үтәсәк спартакиадаға әҙерлек сиктәрендә үткәрелә. Башҡортостандың Футбол һәм мини-футбол федерацияһы рәйесе Шамил Ғәзизов хәбәр итеүенсә, сарала 4-5 класта уҡыусы ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнашлығында йәмғеһе һигеҙ команда көс һынашасаҡ.

— Бындай турнирҙарҙа дуҫлыҡ нығына, иң яҡшы спортсылар асыҡлана. Беренсе булыр өсөн, даими күнекмәләр яһау мотлаҡ, — тине Шамил Ғәзизов.

Турнир үткәреү буйынса барлыҡ сығымдарҙы ла – балаларҙы алып килеү, залды ҡуртымға алыу, төшкө аш менән тәьмин итеү, спорт костюмдары, приздар – «Байтул Мал» үҙ өҫтөнә ала. Республиканың бер нисә предприятиеһы һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ла чемпионат үткәреүҙә матди ярҙам күрһәтергә теләк белдергән.