10 декабрь, Шәмбе

12 март 2012 йыл, 13:05

Өфө ҡала Советының яңы составы билдәле булды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡала Советының яңы составы билдәле булды. Депутаттар исемлеге ҡала Советының рәсми сайтында бирелгән.

Яңы ҡала Советы составында дүрт фракция буласаҡ. Партия исемлеге буйынса «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенән 12 кеше үткән: Евгений Семивеличенко, Павел Антипин, Шамил Кәбиров, Марат Вәсимов, Рәмил Ғүмәров, Андрей Борисов, Филүс Ишбулатов, Тимур Хәкимов, Борис Герасимов. Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһынан – дүрт депутат: Рөстәм Хафизов, Александр Баутский, Руслан Нагаев, Мәғдән Әхмәтов. «Ғәҙел Рәсәй»ҙән — өс кеше: Любовь Белышева, Фәрит Ғиндуллин, Алексей Силин. Рәсәй Либераль-демократик партияһынан – икәү: Вячеслав Рябов, Галина Еремина.

Бер мандатлы һайлау округтары буйынса 18 депутат һайланған: Юрий Смирнов, Евгений Микрюков, Андрей Казанцев, Сергей Панченко, Салауат Ғималетдинов, Руслан Солтанов, Павел Васильев, Анатолий Горячев, Светлана Николаева, Артур Абдуллин, Айҙар Зөбәйеров, Кирилл Бадиков, Ирек Ниғмәтуллин, Айрат Фәттәхов, Андрей Носков, Иосиф Марач, Илдус Ғүмәров, Вадим Рыбинский.