6 декабрь, Шишәмбе

12 март 2012 йыл, 12:49

Өфөлә «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» экоакцияһы дауам итә

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң Киров районында бөгөн «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» экологик акцияһының сираттағы этабы старт алды. 20-гә яҡын мәктәп акцияла ҡатнашыуы тураһында белдергән.

«Башинформ» агентлығына «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдинованың хәбәр итеүенсә, махсус экомобиль бөгөн 3-сө гимназияға һәм 5-се лицейға барасаҡ. Экомобиль хәрәкәтенең графигы менән Башҡортостан Республикаһының ЭкоПорталында танышырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡағыҙға — икенсе ғүмер!» тәбиғәтте һаҡлау акцияһының ойоштороусыһы булып Өфө хакимиәте ярҙамында Башҡортостандың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы сығыш яһай. Акция баш ҡалабыҙҙа былтыр ноябрь айында башланғайны. Бөгөнгө көндә ул Өфөнөң Октябрь, Ленин, Дим һәм Совет райондарында үткән. Бында уҡыусылар көсө менән 56 тоннанан ашыу макулатура йыйылған.

Киров районында акция тамамланғандан һуң эстафетаны Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондары ҡабул итәсәк.

Акцияны ойоштороусыларҙың фекеренсә, малайҙар һәм ҡыҙҙарҙа тирә-яҡ мөхит өсөн яуаплылыҡ тойғоһон формалаштырыу, йәштәргә икенсел сеймал – макулатураны рациональ файҙаланырға кәрәклеген иҫбатлау мөһим.

Ойоштороусылар, «Ҡағыҙға — икенсе ғүмер!» акцияһының төп маҡсаттарына мотлаҡ өлгәшәсәкбеҙ, тип ышана. Ә был маҡсаттар ошондайыраҡ: уҡыусыларҙы тыуған ҡаланы экологик таҙартыу буйынса практик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, макулатура йыйыу системаһын камиллаштырыу һәм ҡулланылған ҡағыҙҙы рациональ файҙаланыу.