3 декабрь, Шәмбе

12 март 2012 йыл, 11:56

Баш ҡалала «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2012» конкурсында ҡатнашыусылар өсөн семинар ойоштороласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы — 2012», «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2012», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2012» республика конкурстарында ҡатнашыусылар өсөн 13 мартта Өфөлә, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында уҡытыу семинары үткәреләсәк.

Уның сиктәрендә лекциялар, үткән йылдарҙағы конкурстарҙа еңеүселәрҙең оҫталыҡ дәрестәре, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыларынан консультациялар планлаштырыла.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай саралар конкурста ҡатнашыусыларға профессиональ смотрға әҙреләнеүҙә ярҙам итеү маҡсатында ойошторола.

Бындай дәрестәр йышыраҡ үткәрелергә тейеш, тип иҫәпләй үткән семинарҙарҙа ҡатнашыусылар.

— Беренсенән, бында тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Икенсенән, үҙең өсөн күп нәмә алыу, камиллашыу мөмкинлектәренә эйә булабыҙ. Уҡытыусылар – ғүмер буйы үҙҙәре уҡытып ҡына ҡалмай, белемен дә камиллаштыра, — тине улар.

Йыл һайын үткәрелеүсе педагогик оҫталыҡ республика конкурсы Өфөлә апрелдең тәүге яртыһында үтәсәк.