11 декабрь, Йәкшәмбе

12 март 2012 йыл, 11:54

БР Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм Өфөнөң олимпия резервындағы спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре Рәсәй наградалары менән билдәләнде

автор: Әлим Фәйезов

Өфө ҡалаһы ҡала округының «18-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе» балаларға өҫтәмә белем биреү муниципаль учреждениеһының спорт буйынса инструкторы Вадим Боровик, «Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге» автономлы дәүләт учреждениеһының спортсы-инструкторы Нелли Ерофеева һәм ошо уҡ учреждениеның тренер-уҡытыусыһы Валентина Иванова Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Указы менән II дәрәжәләге «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланды.

Был юғары наградаларға тренерҙарыбыҙ һәм спортсыларыбыҙ, документта әйтелгәнсә, «физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, спорттағы юғары ҡаҙаныштары өсөн» лайыҡ булған.