8 декабрь, Кесе йома

12 март 2012 йыл, 11:30

Йыл башынан алып Өфөлә офис һәм келәт биналарына хаҡтар төшкән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә сауҙа биналары буйынса тәҡдим ителгән уртаса хаҡ квадрат метрына 59 мең һумды тәшкил итә. Йыл башынан алып ул 2,1 процентҡа артҡан. Офис һәм келәт биналарына уртаса хаҡ, киреһенсә, «квадратына» 46,9 меңгә һәм 24,1 меңгә төшкән. Ике айҙа хаҡтарҙың 10 һәм 20 процентҡа кәмеүе күҙәтелә.

Күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһенең мәғлүмәттәренә ярашлы, коммерция күсемһеҙ милке баҙарындағы тәҡдимдәрҙең күп өлөшө ҡала үҙәгенә һәм Октябрь проспектына тура килә.

Аналитиктар билдәләүенсә, бөгөнгө көндә бизнес әүҙемлеге бер аҙға кәмегән.