5 декабрь, Дүшәмбе

12 март 2012 йыл, 11:30

Бөтә Рәсәйҙән банкирҙар Өфөлә конференцияла осрашасаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Бөтә Рәсәйҙән банкирҙар Өфөлә профессиональ форумда осрашасаҡ. 22-23 мартта бында VIII «Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Рәсәй банктары ассоциацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Кредит ойошмалары ассоциацияһы тарафынан ойошторолған сара Рәсәй банкы ярҙамында БР Милли банкы нигеҙендә үткәреләсәк. Банк хеҙмәткәрҙәренән тыш, сараны ойоштороуҙа дәүләт власы органдары, контроль һәм күҙәтеү ведомстволары хеҙмәткәрҙәре, фәнни һәм консалтинг компаниялары белгестәре ҡатнашасаҡ.

Конференцияның тәүге көнөндә пленар ултырыш үтәсәк. 23 мартта форумда ҡатнашыусылар өс тематик секция буйынса эшен дауам итәсәк.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, үткән йылдың мартында Өфөлә үткән VII конференция эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашҡайны. Ул форумдың Рәсәйҙең барлыҡ банктар берләшмәһе өсөн мөһим ваҡиға булыуын билдәләне һәм республика етәкселегенең был йүнәлештә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсеге хаҡында әйтте.