8 декабрь, Кесе йома

12 март 2012 йыл, 11:15

Суд приставтарының «ышаныс телефоны» кешеләргә законлы мәнфәғәттәрен яҡларға ярҙам итә

автор: Любовь Колоколова

Граждандар менән ике яҡлы бәйләнеш булдырыу, коррупция күренештәрен иҫкәртеү һәм булдырмау өсөн Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында тәүлек әйләнәһенә «ышаныс телефоны» эшләй: 8 (347) 273-59-72.

Был телефон номерының төп тәғәйенләнеше — кешеләргә уларҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ярҙам итеү. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренең енәйәткә барыуы йәки ғәмәлдәге закондар боҙолған осраҡтар тураһында мәғлүмәт биргән һәр шылтыратыу буйынса мотлаҡ рәүештә тикшереүҙәр үткәрелә, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм бөтөрөү буйынса кисектергеһеҙ саралар күрелә.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, быйыл йыл башынан алып Идаралыҡтың «ышаныс телефонына» 108 мөрәжәғәт килгән, һәм уларҙың береһе генә Идаралыҡтың структур бүлексәһе хеҙмәткәренең хоҡуҡ боҙоуы тураһында хәбәр иткән. Әммә мөрәжәғәттә бирелгән мәғлүмәтте ентекле тикшергәндән һуң суд приставының ғәмәлдәре законлы һәм нигеҙле тип табылған.

Шулай итеп, Идаралыҡ ришүәтселек факттарын асыҡларға, ғәйепле кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға ынтылыуын күрһәтә. «Ышаныс телефоны» ошоға хеҙмәт итә лә инде.