3 декабрь, Шәмбе

12 март 2012 йыл, 10:58

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын көйләү мәсьәләләре буйынса парламент тыңлауҙары үтәсәк

автор: Людмила Терновая

Өфөлә 15 мартта «Башҡортостан Республикаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын хоҡуҡи көйләүҙең торошо һәм уны камиллаштырыу мәсьәләләре хаҡында» парламент тыңлауҙары үтәсәк. Тыңлауҙар Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары – Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет ағзалары башланғысы менән үткәрелә.

Экология ҡануниәтенең үтәлешенә бөгөн бер нисә ведомство контроллек итә. Шуға күрә закон боҙоуҙар асыҡланғанда, ғәйеплеләрҙе билдәләү ауырлаша, шуның өсөн сәбәптәрҙе бөтөрөү мәсьәләләрен хәл итеү ҙә һуҙыла. Был сәнәғәт ҡалдыҡтарына ла, шулай уҡ көнкүреш ҡалдыҡтарына ла ҡағыла. Фекер алышыуҙа БР Президенты Хакимиәтенән, республика Хөкүмәтенән, министрлыҡ һәм ведомстволарҙан, район һәм ҡалаларҙан, фәнни һәм йәмәғәт ойошмаларынан вәкилдәрҙең ҡатнашыуы көтөлә.