Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың муниципаль берәмектәре биләмәләрҙең туристик паспорттарын әҙерләй

Иҡтисад

Башҡортостандың муниципаль берәмектәре территорияларҙың туристик паспорттарын әҙерләүен дауам итә. Улар муниципаль район тураһындағы дөйөм мәғлүмәтте, социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәрен, туристик-рекреацион ресурстарҙың, туриндустрия объекттарының тасуирламаһын үҙ эсенә алырға тейеш.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, бындай паспорттар булдырыу Башҡортостандың тулы туристик паспортын эшләргә, шулай уҡ туристик баҙарҙа «Башҡортостан Республикаһы» брендын рекламаларға, муниципаль берәмектәрҙең инвестицион күркәмлеген арттырырға, Рәсәй туристарына ғына түгел, сит ил ҡунаҡтарына ла ҡыҙыҡлы буласаҡ яңы турҙар әҙерләүгә һәм булғандарын камиллаштырыуға мөмкинлек бирәсәк.

Муниципаль берәмектәрҙең әҙер туристик паспорттары менән Дәүләт комитетының сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть