8 декабрь, Кесе йома

12 март 2012 йыл, 9:54

16 мартта Өфөлә БР Яҙыусылар союзының сираттан тыш съезы үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Яҙыусылар союзының сираттан тыш съезы йома, 16 мартта, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк.

Көн тәртибендәге мәсьәлә — БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесен һайлау.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев республиканың яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе вазифаһын башҡара.

Съезд – иртәнге сәғәт 10-да, делегаттарҙы теркәү  9-ҙа башлана.