5 декабрь, Дүшәмбе

12 март 2012 йыл, 10:13

Башҡортостанда 2012 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә 15 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк

автор: Розалия Вәлиева

Ағымдағы йылда Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу программаһы сараларын тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан 15,5 миллиард һум күләмдә финанслау планлаштырыла. Был хаҡта кисә идара итеү органдары һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының 2011 йылға эш һөҙөмтәләренә арналған Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының киңәйтелгән коллегияһы ултырышында төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев хәбәр итте. Министр һүҙҙәренсә, был сумманың дүрттән бер өлөшөн – матди-техник базаны яҡшыртыуға, 60 проценттан ашыуын медицина ярҙамы күрһәтеү стандарттарын индереүгә йүнәлтеләсәк.

— Былтыр республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә яҡынса 38 миллиард һум тотонолғайны, — тине БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Фидус Ямалетдинов. – Был ғәйәт ҙур аҡса. Медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре алдында, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешегә тиҙ арала кәрәкле медицина хеҙмәттәре күрһәтелһен өсөн, эште тейешле кимәлдә ойоштороу бурысы тора. Бының өсөн беҙгә заманса ҡорамалдарҙа эшләй белгән, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә алған белгестәр кәрәк. Тулы ҡеүәтле заманса һаулыҡ һаҡлау системаһын формалаштырыуға йүнәлтелгән комплекслы саралар үҙ һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Эш йомғаҡтары аныҡ күренә: һуңғы өс йыл дауамында республикала халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә.

— Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программаһының маҡсаты – медицина учреждениеларын заманса техника менән йыһазландырыу ғына түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер Фидус Ямалетдинов. – Үлем осраҡтарының, ауырыуҙар һанының кәмеүе, уртаса ғүмер оҙайлығының артыуы ла эшмәкәрлектең төп һөҙөмтәләре булырға тейеш.