4 декабрь, Йәкшәмбе

12 март 2012 йыл, 9:05

Йыл башынан алып мәшғүллек хеҙмәтенә 65500 кеше мөрәжәғәт иткән

автор: Галина Бахшиева

Быйыл ғинуар-март айҙарында Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәтенә 65500-гә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән. 16300 самаһы мөрәжәғәт эш эҙләүгә бәйле, тип хәбәр иттеләр БР Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығында.

10400-ҙән ашыу кеше ғинуар-февралдә эшһеҙ тип танылған. Үҙ сиратында республиканың хеҙмәт биржаһы ярҙамында эш тапҡандарҙың иҫәбе был осорҙа һигеҙ меңдән ашҡан.

Эшһеҙҙәр иҫәбенән 1600-ҙән ашыу кеше республикалағы мәшғүллек хеҙмәте органдары йүнәлтмәһе буйынса һөнәри белем алыуға тотонған. Тағы 15 меңләгән кеше профессиональ ориентация буйынса дәүләт хеҙмәте алыр өсөн мөрәжәғәт иткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, халыҡты эш менән тьәмин итеү хеҙмәте бөтә хеҙмәттәрҙе лә бушлай күрһәтә. Әлеге ваҡытта төбәктең мәшғүллек үҙәктәрендә 31 мең самаһы кеше иҫәптә тора.