Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Версия» уҡыусыларының һорауҙарына телефон аша Өфөнөң Ленин районы прокуроры урынбаҫары яуап бирәсәк

Иҡтисад

Шишәмбе, 13 мартта, «Версия Башкортостана» социаль-хоҡуҡи аҙналығы редакцияһында тура линияла Өфөнөң Ленин районы прокуроры урынбаҫары Татьяна Овчинникова тиҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.    

Хеҙмәт бушлай күрһәтелә һәм уның менән теләге булғандарҙың барыһы ла файҙалана ала, бының өсөн 15.00-17.00 сәғәттәрҙә (8-347) 272-79-16 телефонына шылтыратырға кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был — даими рубрика, граждандар менән тура бәйләнеш айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе ойошторола.  

«Ҡыҙыу линия»ға телефон аша мөрәжәғәттәр граждан эштәре, шулай уҡ енәйәт эштәре менән бәйле киң даирәләге мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында бирелгән һорауҙарға яуаптар баҫманың киләһе һандарында донъя күрә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлашҡан купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин. Компетентлы кешенең яуабы менән ул «Һеҙҙең хоҡуҡ» тип исемләнгән икенсе даими рубрикала баҫылып сығасаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть