3 декабрь, Шәмбе

11 март 2012 йыл, 16:24

Апрелдә РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

27 апрелдә Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Конгресс-үҙәгендә (Ильинка урамы, 6) Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендәге саралар үтәсәк. Улар төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында үткәрелә.

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, профилле министрлыҡ һәм ведомстволар, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә Мәскәү ҡалаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Күргәҙмә экспозицияһы хәҙерге Башҡортостан сәнәғәте ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк, Мәскәү халҡын Башҡортостандан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр, республиканың мәҙәни һәм дини йолалары менән таныштырасаҡ.

Сара ҡунаҡтарының республика тауарҙары күргәҙмәһендә етештереүселәрҙең үҙҙәренән төрлө кәсеп әйберҙәрен, традицион башҡорт сувенирҙарын, эсемлектәр һәм аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкинселеге буласаҡ.

Киң эш программаһы «Рәсәй-Башҡортостан – ышаныслы партнерлыҡ» эшлекле форумын, «Башҡортостан Республикаһы менән Мәскәү ҡалаһы араһындағы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү» кеүек түңәрәк өҫтәлде, Мәскәү предприятиеларына танышыу визиттарын (индивидуаль программалар буйынса), предприятиеларҙың презентацияһын үҙ эсенә ала.

Республиканың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығындағы концерт программаһы Башҡортостан Республикаһы көндәре ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларҙы милли колориты менән ҡыуандырасаҡ.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Мәскәү парнерҙары менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтерергә һәм нығытырға, республика тауарҙары күргәҙмә-сауҙаһында ҡатнашырға теләгән предприятиеларҙан заявкалар ҡабул ителә. Бының өсөн 276-20-67, 276-20-73 телефондары аша йәки sitdikova@tpprb.ru электрон адресы буйынса БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының күргәҙмә һәм презентацион эшмәкәрлек департаментына мөрәжәғәт итергә кәрәк.