Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Силәбе башҡорттары ҡоролтайы күп балалы әсәләрҙе тәбрикләне

Йәмғиәт

Силәбе башҡорттары ҡоролтайы Силәбе өлкәһе Арғаяш районының күп балалы әсәләрен Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотланы. Арғаяш районы мәҙәниәт йортонда «Ҡатын-ҡыҙ.Мөхәббәт.Яҙ» тип аталған байрам кисәһе үтте, унда күп балалы әсәләргә премиялар тапшырылды. Тәбрикләү һүҙҙәре менән уларға Силәбе өлкәһенең билдәле башҡорт спортсылары Эльбрус Ниғмәтуллин, Денис Шафиҡов, Сабир Сөләймәнов, Руслан Йосопов мөрәжәғәт итте.

Концерт күп балалы әсәләргә ижади бүләк булды. Унда «Ҡолой моңдары», «Айгөл», «Уралым», «Миләш», «Һултай ҡыҙҙары», «Йәшлек», «Тамсылар», «Хазина» кеүек билдәле башҡорт музыкаль коллективтары сығыш яһаны. Башҡортостандан килгән популяр йырсы, «Гәлсәр һандуғас» республика конкурсы лауреаты Рәдиф Зариповты зал алҡыштар менән ҡаршыланы.

Ойоштороусылар Силәбе өлкәһенең төрлө район һәм ҡалаларында бындай кисәләр үткәреүҙе дауам итергә ниәтләй.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть