5 декабрь, Дүшәмбе

11 март 2012 йыл, 15:02

Волга буйы федераль округындағы иң ҡыйбатлы күп ҡатлы йорттар - Өфөлә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Рәсәй Төҙөүселәр ассоциацияһы менән Инженер-сметасылар союзы Рәсәй Федерацияһы төбәктәре буйынса күсемһеҙ милек баҙары хаҡтарына аналитик күҙәтеү эшләне. Иҫәп-хисап яһау өсөн ҙур һорау менән файҙаланған күп фатирлы торлаҡ йорттар төҙөлөшөнөң уртаса хаҡтары алынған. Исемлек башында Мәскәү менән Санкт-Петербург килә. Йорттар төҙөлөшөнөң тулы үҙҡиммәте бер квадрат метрына иҫәптә баш ҡалала – 66351 һум, Питерҙа 54386 һум тәшкил итә.

Өфө 38572 һумға тиң күрһәткес менән Волга буйы федераль округында исемлектең башында тора. Әйткәндәй, Башҡортостандың баш ҡалаһында ағымдағы йылдың ғинуар айында тағы Волга буйы федераль округындағы иң юғары үҙҡиммәт теркәлгән.

Шул уҡ ваҡытта торлаҡтың иң түбән үҙҡиммәте Таймырҙа (23045 һум) һәм Эвенк автономлы округында (23143 һум) булыуы билдәле.