Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.37 ↓

EUR 60.59 ↑

31 март, Йома

Уфа   °

Өфөлә күп милләтле йәмғиәттә үҙ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшереләсәк

Йәмғиәт

27 апрелдә Башҡорт дәүләт университетында «Күп милләтле һәм күп конфессиялы йәмғиәттә үҙ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек» ғилми-ғәмәли семинары үтәсәк. Унда ғалимдар, төрлө белем биреү учреждениелары педагогтары, мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре, аспиранттар, магистранттар ҡатнаша ала.

Форумда рухи-әхлаҡи тәрбиә мәсьәләләрен, хәҙерге Рәсәй йәмғиәтендәге мәҙәни хеҙмәттәшлектең хоҡуҡи аспекттарын, күп милләтле һәм күп конфессиялы социумда белем биреү процесының үҙенсәлектәрен, мәҙәни хеҙмәттәшлектең этик, эстетик һәм дини проблемаларын, күп этнослы йәмғиәттә мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара йоғонто яһауының коммуникатив һәм телгә бәйле аспекттарын, мәҙәни хеҙмәттәшлек өлкәһендәге йәштәр проекттарын һәм ЮНЕСКО программаларын, хәҙерге Рәсәйҙә мәҙәниәттәр диалогының инновацион потенциалын тикшереү планлаштырыла.

Материалдарҙы һәм семинарҙа ҡатнашыуға заявканы 15 апрелгә тиклем seminarunesco@mail.ru е-mail адресына ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: (3472) 29-96-64.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть