Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Ғинуар-февралдә мәшғүллек хеҙмәтенә 38700 вакансия тураһында мәғлүмәт бирелгән

Иҡтисад

Быйыл ғинуар–февралдә Башҡортостанда көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансияларҙың нисбәте 1-гә тиң булған. Рәсми теркәлгән эшһеҙлек кимәле республикала 1,5 процентты тәшкил итә.

БР Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, ошо ике айҙа республикалағы эш биреүселәрҙән 38700-ҙән ашыу вакансия тураһында мәғлүмәт бирелгән. Ошо уҡ ваҡытта февраль аҙағына ҡарата Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәте органдарына бирелгән заявкалар буйынса, хеҙмәткәрҙәргә мохтажлыҡ 31300 кешегә тиерлек еткән.

Үҙ сиратында февраль аҙағында мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә торған эшһеҙҙәрҙең рәсми иҫәбе 31 меңгә яҡын кешене тәшкил иткән.

Шул уҡ ваҡытта, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, Башҡортостанда эшһеҙҙәр иҫәбе 139 мең кешенән аша. Дөйөм эшһеҙлек кимәле – 6,7 процент.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть