4 декабрь, Йәкшәмбе

11 март 2012 йыл, 12:26

Өфөлө Александр Жирный – биатлон буйынса универсиада чемпионы

автор: Дмитрий Слезин

Өфөнөң «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында биатлон буйынса II Бөтә Рәсәй ҡышҡы универсиадаһының финал ярыштары старт алды.

Ярыштарға Башҡортостандан, Төмән, Новосибирск, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан, Санкт-Петербургтан, Мәскәүҙән, башҡа төбәктәрҙән 200-гә яҡын спортсы килгәйне.

Ир-егеттәр — 10 километрға, ҡатын-ҡыҙҙар 7,5 километрға спринт йүгерҙе.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан спортсыһы Александр Жирный (Башҡортостан физкультура институты) 26:06.7 минутлыҡ һөҙөмтә менән беренсе урын алған. Уның артынса Урал дәүләт тау университеты студенты Кирилл Кудряшов (Свердловс өлкәһе) финишҡа килгән. Өсөнсө урын Себер дәүләт юл бәйләнеше университеты студенты Георгий Сенниковҡа (Новосибирск өлкәһе) эләккән.

Ҡыҙҙар араһында Төмән спортсыһы Елена Анкудинова (Төмән дәүләт университеты) еңеү яулаһа, Анна Никулина — икенсе (Себер дәүләт юл бәйләнеше университеты), Ольга Шестерикова (Төмән дәүләт университеты) өсөнсө булған.