6 декабрь, Шишәмбе

11 март 2012 йыл, 12:11

«АгроКомплекс-2012» күргәҙмәһендә Франция, Голландия һәм Германия вәкилдәре ҡатнашасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Шишәмбе, 13 мартта, «Өфө-Арена» комплексы иң ҙур аграр форум — «АгроКомплекс-2012» 22-се халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһен үткәреү урынына әйләнәсәк. Унда Рәсәйҙең 20 төбәгенән, шулай уҡ яҡын һәм сит илдәрҙән — Украинанан, Беларуссиянан, Франция, Голландия, Германия һәм башҡа илдәрҙән 190-дан ашыу предприятие ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан күргәҙмә компанияһында.

Төбәк исеменән Башҡортостандың алдынғы предприятиелары —«Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, «Европа агротехникаһы — Өфө» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Стәрлетамаҡ Агротехсервисы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «ЭлементАгроТех», «ЛБР-Агромаркет», «АгроТехКомплект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре ҡатнашасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, «АгроКомплекс» — беҙҙең төбәктәге берҙән-бер агросәнәғәт күргәҙмәһе һәм төбәк проекттары араһында был тематика буйынса иң ҙур форум. Күргәҙмәнең ойоштороусылары араһында ғәҙәттәгесә БР Ауыл хужалығы министрлығы ла бар. Быйыл форум Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы һәм РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында үткәрелә.

Күргәҙмә аренаһында ауыл хужалығы техникаһы, малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ өсөн ҡорамалдар етештереүселәренең экспозицияһы йәйелдереләсәк, аҙыҡ-түлек, икмәк бешереү, төрөү ҡорамалдары күрһәтеләсәк. Айырым стендта орлоҡтар, һаҡлау саралары һәм ашламалар тәҡдим ителәсәк.

Күргәҙмә республикалағы ауыл хужалығы предприятиеларының һәм эшкәртеү сәнәғәтенең ҡаҙаныштары менән танышыу урынына әйләнергә тейеш. «САВА» компанияһы, «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Авдон» сауҙа йорто, «Рощинский» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы үҙенең продукцияһын тәҡдим итәсәк.

«Өфө-Арена» алдындағы асыҡ майҙанда «АгроФерма» махсус проекты сиктәрендә һарыҡтар, кәзәләр, йорт ҡуяндары һәм ҡош-ҡорт күрһәтеләсәк.

Күргәҙмәнең төрлө бүлектәре араһында урамда йәйелдереләсәк ауыл хужалығы техникаһының һәм ҡорамалдарының экспозицияһы һәр ваҡыттағыса иң күләмлеһе буласаҡ.

«Агрокомплекс» сиктәрендә бай эш программаһы: «Агросәнәғәт комплексының инновацион үҫешенә — фәнни тәьминәт» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы, икенсе тематика буйынса дүрт ғилми-ғәмәли конференция, өс семинар һәм өс түңәрәк өҫтәл планлаштырылған. Форум сиктәрендә иң яҡшы продукция өлгөләренә конкурстар ҙа үтәсәк.

Күргәҙмә 16 мартҡа тиклем эшләйәсәк.