6 декабрь, Шишәмбе

11 март 2012 йыл, 11:41

Республикалағы һөрөнтө ерҙәрҙең 37,5 процентын эзбизләргә кәрәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Агрохимик тикшереү барышында алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, республикалағы 1 млн 290 мең (37,5%) гектар һөрөнтө ер эзбизләүгә мохтаж, — тине тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов.

Ултырыш вице-премьер — БР ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев рәйеслегендә БР Хөкүмәтендә үтте. Был өлкәгә ҡағылышлы ведомство һәм учреждениелар вәкилдәре сәсеү кампанияһы алдынан көнүҙәк булған проблеманы асыҡ диалог форматында тикшерҙе.

Ҙур күләмдәге әсе тупраҡ майҙандары (80 процентҡа тиклем) төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарға хас, тип билдәләне Владимир Незнанов. Биш йыллыҡ циклдағы агрохимик талаптарҙан сығып, йыл һайын тупраҡҡа эзбиз индереү күләме 258 мең гектарҙы тәшкил итергә тейеш.

Ысынбарлыҡта иһә был һандар күпкә аҙ, тинеләр аграр ведомствола. Эш шунда: бик күп райондарҙағы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә агрохимик хеҙмәтләндереү буйынса хеҙмәт күрһәтеүсе предприятиелар банкротлыҡҡа сыҡҡан. Ҡайһы бер райондарҙа әсе тупраҡты эзбизләү менән шөғөлләнгән ойошмалар бөтөнләй юҡ, бөтә райондарҙа ла был маҡсатҡа аҡса бүленмәй. Һуңғы өс йылда 10 мең гектарҙан ашыуыраҡ майҙан ғына эзбизләнә.

— Беҙ эзбиз индереү эштәрен 10-12 тапҡырға арттырып, уның күләмен йылына 120-130 мең гектарға еткерергә тейешбеҙ, — тигән бурыс ҡуйҙы Эрнст Исаев. — Бындай күләмдәге эштәрҙе башҡарыу өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар: эзбиз оно сығарыу өсөн карьерҙар ҙа, дүрт шәкәр заводы ла, уларҙың һәр береһендә 500 мең тоннаға яҡын дефекат булыуы билдәле.