9 декабрь, Йома

11 март 2012 йыл, 11:10

Башҡортостанда 564 һөтсөлөк фермаһын реконструкциялау талап ителә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республикала 564 һөтсөлөк-тауар фермаһын реконструкциялау талап ителә. Уларҙы модернизациялау «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» комплекслы программаһы сиктәрендә үткәреләсәк. Программаға быйыл уҡ старт бирелә. Айырым маҡсатлы республика программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен кисә БР Ауыл хужалығы министрлығында тикшерҙеләр.

«Әле был республика программаһы проекты буйынса барлыҡ һөйләшеп килешеүҙәр ҙә үтте. Программаны тормошҡа ашырыу сараларын башланыҡ», — тип хәбәр иттеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Әле ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу, документтар пакетын әҙерләү эштәре алып барыла».

— Быйылғы йыл программа үтәлеше өсөн нигеҙ һалыу кеүек буласаҡ, бөтә ҡарарҙар ҙа тикшерелгән булырға тейеш, — тип билдәләне кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер–министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев.

Әлеге ваҡытта 130 хужалыҡ программала ҡатнашырға теләк белдергән. «Башҡортостандың Һөтсөлөк союзы» был фермаларға технологик аудит ойоштороу менән шөөғөлләнә. БР Ауыл хужалығы министрлығына тапшырылған документтар ентекле тикшерелә.

Яңыртыу программаһында әүҙем ҡатнашыусылар араһында Баҡалы, Ҡариҙел, Илеш, Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Мәләүез райондары хужалыҡтары бар. Әлегә Асҡын, Бәләбәй, Бөрйән, Хәйбулла райондары ғына был программала ҡатнашмай.  

Был программаның аудиторҙары булып Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡортостандың Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты, «Де-Лаваль» һә «Вестфалия» компаниялары сығыш яһай.