10 декабрь, Шәмбе

11 март 2012 йыл, 9:19

Баймаҡ районында хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт һаҡлауҙы яҡшыртыу программаһы ҡабул ителде

автор: Марина Шумилова

Баймак районында 2012-2016 йылдарға Хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт һаҡлауҙы яҡшыртыу программаһы ҡабул ителде.

2009-2011 йылдарға иҫәпләнгән ошондай уҡ программаны тормошҡа ашырыу һиҙелерлек һөҙөмтәләр биргәйне. Был осорҙа 28 ойошма хеҙмәт шарттары буйынса эш урындарына аттестация үткәрҙе, ошо рәүешле аттестацияланған эш урындарында эшләгән хеҙмәткәрҙәр иҫәбе 10-дан 40 процентҡа тиклем артты (эшләүселәрҙең дөйөм иҫәбенән). Хеҙмәткәрҙәрҙе махсус кейем, аяҡ кейеме һәм башҡа индивидуаль һаҡлау саралары менән тәьмин итеү яҡшырҙы. Мәҫәлән, ҙур һәм уртаса предприятиелар буйынса эшселәрҙе махсус эш кейеме менән тәьмин итеү 2011 йылда норманан 78 процентты тәшкил иткән (2009 йылда был күрһәткес 55 процентҡа тиң булған). Районда етәкселәрҙе һәм хеҙмәт һаҡлау буйынса белгестәрҙе уҡытыуға ныҡлы иғтибар бирелә. Программаның мөһим күрһәткесенең береһе — эшкә һәләтле халыҡтың сәләмәтлек торошо, ул иң элек профессиональ ауырыуҙар күрһәткесе буйынса баһалана. 2009-2011 йылдарҙа был мәсьәләләр муниципаль район хакимиәтенең хеҙмәт һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссияларында күп тапҡыр ҡаралды.

2012-2016 йылдарға иҫәпләнгән хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт һаҡлауҙы яҡшыртыу буйынса райондың яңы программаһы был юҫыҡтағы эштәрҙе әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән. Уның төп башҡарыусылары — Баймаҡ районының бөтә төр милек формаһындағы предприятиелары һәм ойошмалары. Программа үтәлешенә контроль муниципаль райондың хеҙмәт һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссияһына йөкмәтелгән.