10 декабрь, Шәмбе

07 март 2012 йыл, 17:26

Башҡортостанда сит ил эшсе көстәренә заявкалар ҡабул итеү дауам итә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда 2013 йылға сит ил эшсе көстәрен йәлеп итеүгә заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Ғаризаларҙы 2012 йылдың 1 майына тиклем республиканың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығына тапшырырға кәрәк.

Бынан тыш, 1 майға тиклем Идаралыҡ 2012 йылға Башҡортостанға сит ил эшсе көстәрен йәлеп итеүгә ихтыяжды асыҡлау һәм төҙәтмәләр индереү буйынса эш биреүселәрҙән ғаризалар йыясаҡ. Бында башлыса ағымдағы йылға билдәләнгән квоталарҙы арттырыу йәки кәметеү тураһында һүҙ бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Рәсәйҙең эшселәр көстәре баҙарын һаҡлау өсөн закон нигеҙендә сит ил эшсе көстәрен йәлеп итеүгә квоталар сифатында сикләүҙәр индерелгән. Ошо уҡ ваҡытта эш биреүселәр тәүҙә, www.migrakvota.gov.ru сайты аша үтеп, «Миграция квоталары» автоматлаштырылған мәғлүмәт комплексы системаһында үҙ аллы заявка тултырырға тейеш.

Бынан һуң етәксенең ҡултамғаһы һәм ойошма мисәте менән раҫланған, ҡағыҙға баҫылған («Миграквота» автоматлаштырылған мәғлүмәт комплексы системаһынан сығарылған) ике экземплярҙағы ғаризаны эш биреүсе 450059, Өфө, Б.Гражданская урамы, 24, 5-се кабинет адресы буйынса Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығына тапшыра. Белешмәләр өсөн телефон: (347)282-46-33.