11 декабрь, Йәкшәмбе

07 март 2012 йыл, 17:03

Башҡортостан Президенты күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләне

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Бөгөн республика Хөкүмәтендә төбәктең күп балалы әсәләрен «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы һәм биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 58 ҡатын-ҡыҙға наградалар тапшырҙы. Иң элек Рөстәм Хәмитов ҡатындарҙы 8 март менән ҡотланы һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙең власть өсөн өҫтөнлөклө бурыс булыуын хәтергә төшөрҙө:

— Беҙҙең республика был йәһәттән Рәсәй Федерацияһында яҡшы яҡтан айырылып тора. Беҙҙә 34 меңгә яҡын күп балалы ғаилә бар. Уларға үҙебеҙсә ярҙам итергә тырышабыҙ, күп балалы ғаиләләргә бушлай ер бүләбеҙ, матди ярҙам күрһәтәбеҙ. Был ғына етмәй, әлбиттә. Ярҙам күләмен арттыра барырға кәрәк икәнен беләбеҙ һәм аңлайбыҙ. Ләкин икенсе яҡтан мөмкинлектәребеҙ ҙә беҙ теләгәнсә ҙур түгел. Әйҙәгеҙ күңелһеҙ хәлдәр тураһында һөйләшмәйек, беҙ матур сәбәп арҡаһында йыйылғанбыҙ. Бөгөн һәм иртәгә – байрам. Башҡортостан Республикаһы ир-егеттәре исеменән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым, һеҙгә яҡшылыҡтар, сәләмәтлек теләйем. Иң мөһиме, балаларығыҙ сәләмәт булһын, уларҙың уҡырға, белем алырға һәм, иң мөһиме, яҡшы, лайыҡлы кешеләр булып үҫергә мөмкинлеге булһын. Һеҙгә ҙур рәхмәт!  

Награданы ҡабул итеп, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе Президентҡа социаль йүнәлешле сәйәсәт алып барғаны өсөн рәхмәтен еткерҙе һәм, балаларыбыҙҙы яҡшы кеше итеп үҫтерергә тырышасаҡбыҙ, тип вәғәҙә бирҙе, уларҙың бәхетле булыуын күрергә хыялланыуы тураһында һөйләне.

— Минең өс улым һәм өс ҡыҙым бар, — тип мөрәжәғәт итте Президентҡа Октябрьскийҙан килгән Эльвира Бәширова. — Улар һеҙҙең ҡулығыҙҙы ҡыҫыуымды һораны. Ә бында булған бөтә әсәләрҙе байрам менән ҡотлайҙар. Наградамды мин ирем менән бүлешәм, сөнки татыу ғаиләлә барыһы ла уртаҡ бүленергә тейеш. Һәр хәлдә, әгәр ир-егеттәребеҙ көслө һәм яуаплы булмаһа, беҙ шул сама балалар тапмаҫ инек, — тип һүҙен тамамланы ҡатын «коллегаларының» ҡул сабыуы аҫтында.

— Бәләкәй ҡыҙыма әле йәш тә һигеҙ ай, әлегә өйҙә хужабикәмен, ләкин тиҙ арала, Алла бирһә, эшкә сығасаҡмын, — тип һөйләне «Башинформ»ға Туймазынан килгән ханым, «Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәре Эльза Ғиниәтуллина. — Атайыбыҙ Себерҙә эшләй, ә миңә ул арала өлкән улдарым ярҙам итә, уларға 16 һәм 14 йәш. Малайҙарым барыһын да эшләй белә, ҡыҙҙарҙан кәм түгел. Бәхетебеҙ тулы булһын өсөн үҙ торлағыбыҙ ғына юҡ, әлегә ятаҡтың ике бүлмәһендә йәшәйбеҙ.

Миҙалдар алырға уҡытыусылар, тәрбиәселәр, почтальондар, һауынсылар, музыка уҡытыусыһы һәм кондитер сыҡты. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе – хужабикәләр йәки бәләкәй балалары менән декрет ялында ултырған әсәләр. «Түңәрәк» номерлы миҙал Архангел районынан Фәрзәнә Хажиәхмәтоваға эләкте. «5500-сө, юбилейлы номер», — тип билдәләне Президент, ҡатынға футляр тапшырып.

—  Тағы бер тапҡыр һеҙҙе, ҡәҙерле әсәләр, етеп килгән байрам менән ҡотлағым килә, — тип тантананы тамамланы Рөстәм Хәмитов. — Беҙ һәр ваҡыт һеҙгә ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ. Аңлайым, тормошта һәр ваҡыт ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар булып тора. Шулай ҙа белегеҙ, беҙгә һәр ваҡыт ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Сәләмәт һәм бәхетле булығыҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә!